– Мин һеҙҙе нисек танырмын икән? - ти, иғландар аша танышыуға барырға йыйынған ир.
– Ҡаршығыҙға бер ҡыҙ атлар һәм һеҙ "Шул ғына булмаһа ярар ине, эй Аллам!" тип уйларһығыҙ. Ә ул мин булырмын!
- Өләсәй, ә ҡан тәмлеме ул? - ти ейәне....
- Мин ҡайҙан беләйем... - ти өләсәһе..
- Ә атайым, өләсәң вис ҡанымды эсеп бөттө, тине...
- Атаңдың мейеһе юҡтыр ул....
- Әлбиттә, атайым әйтә, ул минең мейемде лә ашап бөттө ул, ти.
Иртәнге аш ваҡыты. Ҡатыны осоп йөрөй тиерһең. Күңеле шәп:
– Бөгөн бергә йәшәүебеҙгә - 20 йыл. Әллә берәй тауыҡты һуяһыңмы? - ти иренә.
– Һин нимә! Ул бахыр тауыҡтың ни ғәйебе бар бында?!
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти
- Атай, дәүләт нимә була ул?
- Дәүләт ни, шул, ҙур ғаилә кеүек инде, улым. Бына мин - власть, әсәң - министр, өләсәң - ФСБ, ә һеҙ, балалар - халыҡ...
Бер ваҡыт, атаһы оҙайлы командировкала саҡта улы шылтырата:
- Атай, срощны ҡайт! Өйҙә көн дә яңы власть! ФСБ йоҡлай... Халыҡ ныҡ тулҡынлана!!!