ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ноябрь 2019, 19:09

Көлгәндәр оҙаҡ йәшәй

Ҡөлгәндәр оҙаҡ йәшәй... көлөгөҙ, көлөгөҙ

Бер ханым табипҡа килә лә:
– Минең шул тиклем башым ауырта. Нимә эшләргә? – ти.
– Кейәүгә сығығыҙ, – ти табип.
Бер йылдан һуң табип ханымды урамда осрата һәм:
– Шунан, минең кәңәште тоттоғоҙмо? – ти.
– Эйе, – ти ханым, – ҙур рәхмәт, тормошом бик яҡшырҙы. Тик хәҙер иремдең башы ауырта.

* * *
Бер ир йәшендән шул тиклем ныҡ ҡурҡа торған булған. Бер ваҡыт ул бик билдәле, даны тирә-йүнгә таралған табипҡа килә лә үҙенең сере менән уртаҡлаша.
– Был бит көлкө. Йәшен – ул тәбиғәт ҡануны. Шуның өсөн унан ҡурҡырға ярамай. Һеҙ йәшен йәшнәүен күреү менән минең hымаҡ башығыҙҙы мендәр аҫтына йәшерегеҙ hәм бөтәhе лә яҡшы буласаҡ.
* * *
– Беләhеңме, – ти ҡатын, – әйҙә, hәр ғауғалашҡан hайын бынауы hауытҡа аҡса hала барайыҡ.
– Тағы нимә уйлап таптың? Мин hиңә миллионер түгел, – тигән ир, асыуланып.


* * *
– Әҡлимә, ни өсөн фатирың шул тиклем бысраҡ?
– Мине ирем шул тиклем ярата, hаҡлай, бер нәмә лә эшләргә ҡушмай.
– Улай булғас, ниңә ул үҙе таҙартмай?
– Сөнки мин дә уны hаҡлайым, – тигән ҡатын.


Читайте нас: