Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Ноябрь 2019, 01:02

Бәхетле булыу серҙәре

Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.
Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныс уята.
Асыу, көнсөллөк, һаранлыҡ кеүек кире тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.
Ашау - эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге самаһыҙлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.
Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы ҡайтарып булмай, киләсәгеңде уйлап күп хыялланма – ул әле килеп етмәгән. Һинең ғүмерең – бөгөнгө көн. Шуны онотма.
Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлы, мохтаждарға ҡара – ғибрәт алыу, шөкөр ҡылыу өсөн.
Асыуланма. Ғәфү итергә өйрән. Бел: беҙҙең ғүмер бик ҡыҫҡа!
Артыҡ бай, зиннәтле тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.
Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баш-аяҡ эшкә сум.
Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла улар хаҡында күп уйлама.

Шәйх Әйд әл Ҡарниҙың «Ҡайғырма!» («Не грусти!») китабынан
Читайте нас: