Көнкүрешебеҙгә ныҡлы үтеп ингән кеҫә телефонын ҡулланыуҙың да үҙ ҡағиҙәһе бар. Уларҙың бер нисәһен барлап китәйек.
*Мохтажлыҡ булмаған көйө кемгәлер шылтыратып, файҙаһыҙ һөйләшеү алып барыу, мәғәнәһеҙ шаяртыу әҙәп ҡағиҙәһенә һыймай.
*Телефон аша һөйләшеүҙең үҙ ваҡыты бар: иртәнге намаҙға тиклем, төшкө ял мәлендә, төн еткәс шылтыратыу тыйыла (әгәр мохтажлыҡ булмаһа). Һанап үтелгән ваҡытта шылтыратырға тура килгән осраҡта әңгәмәсе алдында ғәфү үтенеү мотлаҡ.
*Кемгәлер йә берәй ойошмаға тәүге тапҡыр шылтыратаһығыҙ икән, тәү сиратта үҙегеҙ менән таныштырып үтеү мөһим. Һөйләшеү һәр ваҡыт хушлашыу һүҙе менән тамамланырға тейеш.
*Оҙаҡ һөйләшеү килешмәй: әңгәмәсегеҙҙең ваҡыты тар булыуы, уның ҡайҙалыр ашығыуы йәки башҡа кешенән шылтыратыу көтөүе ихтимал.
*Кеше күп урында, транспортта, сиратта баҫып торғанда, шулай уҡ мәсет, театр, музей, кинотеатр кеүек тыныслыҡ һаҡланырға тейеш урындарҙа телефондан һөйләшеү тыйыла.
*Һеҙҙең шылтыратыуға яуап бирмәйҙәр икән, уны ҡабаттан йыйыу урынһыҙ. Сабыр ғына көтөгөҙ һәм бер нисә сәғәттән һуң кәрәкле кешенән хәбәр булмаһа, үҙегеҙ шылтыратығыҙ.
*Эшлекле һөйләшеү 8-10 минуттан артмаҫҡа тейеш.
*Шау-шыулы урындарҙа ла телефондан һөйләшмәгеҙ.
*Кешенең рөхсәтенән тыш уны телефонға төшөрөү, яҙҙырыу ҡәтғи тыйыла. Башҡаларҙың телефонынан кемгәлер шылтыратыу йәки яуап биреү, үҙегеҙгә тәғәйен булмаған смс-тар уҡыу ҙа әҙәпһеҙлеккә инә.
*Берәү телефон аша кем менәндер һөйләшә икән, тыңлап тороу килешмәй.
Руль артында телефон аша һөйләшеүҙән тыйылығыҙ, был-күберәк юл ҡағиҙәһе талабы. Әгәр ҙә кисектергеһеҙ һөйләшеү булһа, машинағыҙҙы туҡтатып тороу яҡшы. Шулай уҡ үтә ҡысҡырып һөйләшеү, кеше булған урында шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы хәбәр һөйләү, икәү-ара булған сер менән бүлешеү ҙә әҙәп ҡағиҙәһенә тап килмәй.