Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Ноябрь 2019, 12:49

Ноябрҙә “шайтан” көндәре (дауамы)

Ай фазаһының төрлө сирегендәге ауыр көндәр 15-се көн символы - йылан. Был көндө кеше насар йоғонтоға, ялҡаулыҡҡа, ҡотҡоға бирелеүе мөмкин. Яңылыш әйткән, ҡылған ҡылыҡтар өсөн үкенергә тура килмәһен өсөн ташып торған хис-тойғоларҙы тыйығыҙ. Эштә, яҡын дуҫығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә әҙер булығыҙ. Үҙегеҙҙе рухи яҡтан байытығыҙ, медитация (психик күнекмәләр алымы) үткәрегеҙ. Өндә борсоған һорауҙарға күргән төшөгөҙҙән яуап табырға була. (Дауамын аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).

Ай фазаһының төрлө сирегендәге ауыр көндәр
15-се көн символы - йылан.
Был көндө кеше насар йоғонтоға, ялҡаулыҡҡа, ҡотҡоға бирелеүе мөмкин. Яңылыш әйткән, ҡылған ҡылыҡтар өсөн үкенергә тура килмәһен өсөн ташып торған хис-тойғоларҙы тыйығыҙ. Эштә, яҡын дуҫығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә әҙер булығыҙ. Үҙегеҙҙе рухи яҡтан байытығыҙ, медитация (психик күнекмәләр алымы) үткәрегеҙ. Өндә борсоған һорауҙарға күргән төшөгөҙҙән яуап табырға була.
23-сө ай көнөнөң символы - крокодил.
Насар энергетикалы ауыр көн.
Һеҙҙе агрессияға, көсләүгә ҡотортоуҙары ихтимал. Ташып торған энергияғыҙҙы яҡшы яҡҡа йүнәлтер өсөн спорт менән шөғөлләнегеҙ, йорт-ҡура тирәһен йыйыштырығыҙ, ғөмүмән, физик эш менән шөғөлләнегеҙ. Күргән насар төштәрегеҙҙе яҡшыға юрағыҙ: тап килер.
29-сы ай көнөнөң символы - һигеҙаяҡ (спрут).
Был осорҙа бер эш тә башларға ярамай. Күңел төшөнкөлөгө, паника, насар хис-тойғоларҙың көн дауамында һеҙҙе эҙәрлекләүе мөмкин. Шуға ла тәнегеҙ, уйҙарығыҙҙы таҙартыу менән мәшғүл булығыҙ. Физик күнекмәләрҙән, бәйләнештәрҙән тыйылып тороғоҙ. Аралашҡан кешеләр менән әҙәпле, итәғәтле тотоғоҙ, үҙегеҙҙе яҡшы уй-ниәттәргә көйләгеҙ. Вәғәҙәләргә, юрауҙарға ышанмағыҙ. Күргән насар төшөгөҙ өндә яҡшы хәбәр килтерә.
Ноябрҙә “шайтан” көндәре:
15-се көн- 10 ноябрҙә киске 5-тән 11 ноябрҙә иртәнге 5-кә тиклем;
23-сө көн - 18 ноябрҙә киске 10-сы яртынан 19 ноябрҙә киске 11-гә тиклем;
29-сы көн - 25 ноябрҙә иртәнге 6-нан 26 ноябрҙә иртәнге 8-гә тиклем дауам итә.
(Шәхси күҙәтеү буйынса был көндәр -+1 көнгә тап килмәҫкә мәмкин).
Читайте нас: