ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Яратҡан кешеңдең мөхәббәтен, хәстәрен тойоп йәшәү үҙеңде бәхетле һәм ышаныслы тойорға ярҙам итә.

Яратҡан кешеңдең мөхәббәтен, хәстәрен тойоп йәшәү үҙеңде бәхетле һәм ышаныслы тойорға ярҙам итә.


Ит аҙыҡтарына помидор йәки йәшел тәмләткестәр ҡушығыҙ, улар йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәрен кисектерә.


Классик көйҙәрҙе йәки халыҡ йырҙарын тыңлағыҙ. Улар йәнгә ял бирә, тынысландыра.


Бейегеҙ: бейеү хәрәкәттәре файҙалы, бошонҡолоҡтан ҡотолоу, тәнде йәшәртеү өсөн шәп сара.


Ҡапыл һикереп тормағыҙ. Киҫкен хәрәкәттәр йөрәк өйәнәге осраҡтарын йышайта.


Тештәрегеҙҙе таҙа тотоғоҙ. Күп сирҙәр ауыҙ ҡыуышлығындағы бактериялар аша ҡанға тарала.


Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Һеҙҙең балҡып йөрөүегеҙ яҡындарығыҙ күңеленә дәрт, йылылыҡ өҫтәйәсәк. Был иһә һеҙҙе лә бәхетле итәсәк.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: