Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ноябрь 2019, 20:03

Нигеҙегеҙ ныҡ булһын!

Нигеҙ ҡорғандағы ырым-йолалар Нигеҙ - йорттоң ҡотон, именлеген тәьмин иткән урын. Борон уны ҡорорға тыныс урын һайлағанда мал ебәргәндәр. Ҡайһы урынға мал ятһа, шунда нигеҙ ҡорғандар. Ҡорған саҡта: «Өйөң ҡотло булһын!»? - тип, туҫтаҡ тулы ҡатыҡты нигеҙгә күмеп ҡалдырғандар. Был, ғүмер буйы бәхетле булығыҙ, бәхетегеҙ аҡ булһын, тигәнде аңлатҡан.

Нигеҙ ҡорғандағы ырым-йолалар
Нигеҙ – йорттоң ҡотон, именлеген тәьмин иткән урын. Борон уны ҡорорға тыныс урын һайлағанда мал ебәргәндәр. Ҡайһы урынға мал ятһа, шунда нигеҙ ҡорғандар. Ҡорған саҡта: «Өйөң ҡотло булһын!»? - тип, туҫтаҡ тулы ҡатыҡты нигеҙгә күмеп ҡалдырғандар. Был, ғүмер буйы бәхетле булығыҙ, бәхетегеҙ аҡ булһын, тигәнде аңлатҡан.

Өй нигеҙен ҡороп, күтәргәндә теләктәр әйтәләр:


Нигеҙегеҙ ныҡ булһын,

Бала-сағағыҙ күп булһын,

Малығыҙ ишле булһын!

Ҡыуанып-шатланып

Ғүмер итергә яҙһын!


Иҫке нигеҙ урынына яңы йорт һалһаң, ерҙе һөрөргә кәрәк - тыныс була.

Буш торған өйҙөң нигеҙенә бысаҡ ҡыҫтыралар.



"Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге" нән алынды.
Читайте нас: