Әгәр берәй эште бөтөрөр өсөн 1-2 сәғәт кәрәк булһа ла, эш артына үҙегеҙҙе бары 10 минутҡа ултыртығыҙ. Был күҙ алдығыҙға килтергәнгә ҡарағанда күпкә еңелерәк! Бары 10 минут! Бәләкәй генә ваҡыт арауығында эшләү уйы ялҡаулыҡты ситкә этәрә.
Дәртләнегеҙ! Йүгерегеҙ, һикереп алығыҙ, турникта ынтылығыҙ. Шулай уҡ һалҡын һыу менән йыуыныу һеҙгә көс бирер. Һеҙҙең тәнегеҙ арыуҙы ҡалдырып, кәрәкле энергия алыр.
3. "Бер нәмә лә эшләмәйем"
Ултырығыҙ һәм бер нәмә лә эшләмәгеҙ! Шулай уҡ торорға була, бары ятырға ярамай. Ултырығыҙ һәм бер нәмә лә эшләмәгеҙ: телевизор ҡарамағыҙ, йыр тыңламағыҙ, китап уҡымағыҙ, бер нәмә лә! Тик кенә ултырығыҙ һәм алдығыҙға ҡарағыҙ.
Был бик ябай күнекмә һеҙҙән көс талап итмәй. 15 минуттан һуң һеҙҙең түҙемлегегеҙ бөтөр.
Һәр көн иртән торғас, ҡулығыҙға көндәлек алығыҙ һәм алдағы көнгә план яҙығыҙ. Әгәр уларҙы үтәмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә наказ бирегеҙ, ҙур түгел. Шулай уҡ бөтә эштәрҙе эшләгәндән һуң, үҙегеҙгә бүләк бирегеҙ. Ул һеҙҙе алға этәрер.
Һәр көн иртән торғас, үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: мин үҙем теләгәнсә йәшәр өсөн нимә эшләйем? Нимә? Мин бөтә тормошомдо хәҙерге кеүек, үҙгәрештәрһеҙ йәшәгем киләме, әллә мин уңышҡа ирешергә теләйемме?
Үҙегеҙ һайлағыҙ: Уңышҡа өлгәшкегеҙ киләме?
Уңышҡа ирешергә әҙерһегеҙме?
Был тормоштан һеҙ нимә теләйһегеҙ?
Үҙегеҙҙең ниндәй ҙә булһа маҡсатығыҙға ирештегеҙме?
Үҙегеҙҙе үңышлы кеше тип һанайһығыҙмы?
Әгәр яуаптар һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә, эшләгеҙ!
6. Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ!
Был уңышлы кешеләрҙең иң мөһим һәм иң тәүге ҡағиҙәһе. Беҙ ялҡауланғанда, нимә менән шөғөлләнәбеҙ? Нимә яратабыҙ, шуның менән, эйеме? Оҡшаған эште эшләргә ялҡауланмайбыҙ бит, шулаймы? Үҙегеҙҙең хоббиғыҙҙы эшкә әйләндерегеҙ.
Әгәр һеҙ тәүәкәлләп, башламаһағыҙ һәм ошо алмдарҙы ҡулланмаһағыҙ, уларҙы белеү һеҙгә бер нисек тә ярҙам итмәҫ.
Мәҡәлә оҡшанымы? Лайк ҡуй һәм дуҫтарың менән бүлеш!