Конгэк
+19 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
17 Ноябрь 2019, 18:08
АҠ ҠАҒЫҘ
Бер аҡыл эйәһе уҡыусыларын саҡырып алған да, бәләкәй генә нөктә төртөлгән аҡ ҡағыҙ бите күрһәткән һәм:- Һеҙ ошонда нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.
Бер аҡыл эйәһе уҡыусыларын саҡырып алған да, бәләкәй генә нөктә төртөлгән аҡ ҡағыҙ бите күрһәткән һәм:
- Һеҙ ошонда нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.
Уҡыусылар бөтәһе бер тауыштан теге ҡара нөктәне әйткән.
Аҡыл эйәһенә уларҙың яуабы оҡшамаған:
- Ә ни эшләп берегеҙ ҙә аҡ ҡағыҙҙы күрмәне һуң? Бәләкәй генә нөктәгә ҡарағанда ул шул тиклем ҙур бит!
Был аҡыл эйәһенең һүҙҙәре ни тиклем дөрөҫ! Тормошта ла шулай – беҙ күберәк уның етешһеҙ яҡтарын күрәбеҙ, кешеләрҙең дә күркәм сифаттарына ҡарағанда, кире яҡтарын тиҙерәк шәйләп алабыҙ. Яҡшынан да насарлыҡ, аҡтан да ҡараны эҙләп бер булабыҙ.
Хоҙай тарафынан һәр ҡайһыбыҙға бүләк итеп тапшырылған ошо донъя үҙе үк аҡ ҡағыҙ икәнен күптәребеҙ аңламай, ә ул битте бик һирәктәр генә тәү ҡараштан абайлай шул...
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты