Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйын алған ҡулына.
Сәстәренә йылы ҡарҙар булып,
Хәтерләйме әсәй күпме йылдар
Ошо һуҡмаҡтарҙан уҙғанын?
Эҙләп төштө микән һағынып ул
Шишмәнән һыу алған ҡыҙ сағын?
Шул саҡтарға алып ҡайтыр һымаҡ -
Тыуған ерҙәр әсәй менән бергә
Бик үҙгәргән инде, үҙгәргән.
Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйы алған ҡулына.
Эҙҙәренә йылы ҡарҙар булып,
Тал мамығы яуа тын ғына...