Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
17 Ноябрь 2019, 20:43
Күҙ тейеү
Бөтә нәмәнең дә йәне бар, тип уйлаған боронғолар. Күҙ ҡарашының да сарпыуы тейә, тиҙәр.
Бөтә нәмәнең дә йәне бар, тип уйлаған боронғолар. Күҙ ҡарашының да сарпыуы тейә, тиҙәр.
Яңы тыуған баланы күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн беләгенә ҡыҙыл сепрәк, маңлайына ҡором һөртәләр, баш кейемдәренә ҡусҡар ҡабығы, ҡортбаш теккәндәр. Насар күҙ ҡарашы, шул нәмәләргә төшөү менән, көсөн юғалта.
Мышар (миләш) күҙ тейеүҙән һаҡлай. Емештәрен, ботағын баланың бишегенә, ятҡан еренә бәйләйҙәр.
Күҙе осло, йәғни күҙе тейгән кешенең олторағын, итәк осон яндырып, өйҙө ыҫлайҙар. Берәй нәмәгә (балаға йә берәй кешегә) үтә ҡараған, уны маҡтағанға, «күҙең тейеп ҡуймаһын, итәгеңде ҡырҡып алырмын», тип әйтеү шунан ҡалған.
Сабыйға күҙ тейгәндә, ете тәҙрә күҙәнәген сайып:
Ҡара күҙҙән,
Һоро күҙҙән,
Йәшел күҙҙән,
Күк күҙҙән, - тип бәпестең битен, арҡаһын, табанын һөртәһең дә, ҡалған һыуҙы ишек артына түгәһең.
Һыйыр малы күҙекһә, һөтө бөтһә, һауҙырмай башлаһа, уны ыҫлайҙар. Күҙекмәһен өсөн мөгөҙөнә төрлө төҫтәге сепрәк тағалар.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?