Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, ҡаҙ майының дауаһы тураһында баш өлөшөн уҡығанһығыҙҙыр, быныһы дауамы булыр.
Туберкулез. Сирҙән арыныу өсөн иретелгән ҡаҙ майына алоэ һуты, какао, вакланған эрбет сәтләүеге ҡу-шып болғатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Ҡатнашманы көнѳнә дүрт тапҡыр, һөт ҡушып, бер ҡалаҡ ҡабул итергә кәрәк. Ыңғай үҙгәрештәр бер аҙнанан һуң күренер.
Туңғанда. Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөртѳрҙән алда, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртѳп, йылы кейенергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.
Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итер. Ҡатнашманы көнөнә бер нисә мәртәбә тиренең зарарланған урындарына һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы - 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.
Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда арҡаны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Тән йылыныу һѳҙѳмтәһендә уның ярҙамы бермә-бер арта. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙағы ауыртыуҙар. Ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығара, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярҙарҙы нығыта.
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.