Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
26 Ноябрь 2019, 01:05
Һуғым һуйыу
Һуғымды ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас һуялар. Өмәгә, ғәҙәттә, хужаның туғандары, күрше-күлән саҡырыла.
Һуғымды ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас һуялар. Өмәгә, ғәҙәттә, хужаның туғандары, күрше-күлән саҡырыла. Ир-ат малды салғансы, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашмай, тиреһен һыҙырып бөткәс кенә, һуғым урынына бара һәм эштең аҙағынаса ярҙамлаша.
Өмәлә ҡатнашҡандарҙы кис ашҡа йыялар. Итте оҫта ҡуллы кеше турай.
Һуғым ашында салыу һөйәген бешерәләр. Уны малды һуйған кешегә бирәләр. Һуғым ашы ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр:
Малдарығыҙ күп булһын,
Малдарығыҙ ныҡ уңһын,
Мул ризыҡтар бирһен!
Өлөшөнә тейгән көмөшөн һәр кем ризалыҡ менән ҡабул иткән. "Һуйыусының ҡулы затлы икән - ит татлы ", "Һуйыусының ҡулы йомшаҡ - ит тора ауыҙҙа йомшап", -тип, рәхмәттәр уҡып, киләһе йылға ризыҡ, табын муллығы теләй.
Хужабикә һәр кемгә үҙ өлөш итен биреп, өмәселәргә яулыҡ, ҡулъяулыҡ, һуйыусыға таҫтамал биреп ҡайтара.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит