Тире оҙаҡ йәш һәм матур булып ҡалһын тиһәгеҙ, дѳрѳҫ туҡланыу фарыз. Белгестәр ҡартайыу процесын тотҡарлаған10 ризыҡты атай.
1. Помидор. Томаттағы ликопин һәм А, С витаминдары тән тиреһенең яңырыуына булышлыҡ итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ѳс ай буйы кѳн дә рационда ошо йәшелсәне ҡулланыу тиренең ультрафиолеттан һаҡланыу үҙенсәлеген 33 процентҡа арттырып, ҡартайыу процесын кәметкән.
2. Йәшел сәй. Ундағы танин тиреләге һырҙар менән кѳрәшә. Был эсемлек тәбиғи антиоксиданттарға бай һәм ул, үҙ сиратында, тамырҙарҙы тонуста тоторға ярҙам итә.
3. Брокколи.Үҫемлек кѳкѳрт, цинк, тимер, кремний диоксиды, майлы кислоталар һәм башҡа бихисап витаминдарға бай. Брокколиҙағы С витамины хатта лимондағыға ҡарағанда ла күберәк. Ул - шулай уҡ А, В витаминдарының да сығанағы.
4. Сәтләүектәр. Был ризыҡ тѳрѳндәге антиоксиданттар, кальций, калий һәм А, Е, В6, В12 витаминдары әллә ниндәй бит тиреһен дә яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
5. Авокадо.Тире ѳсѳн файҙалы витаминдарға, минералдарға, майлы кислоталарға һәм биологик әүҙем берләшмәләргә ғәжәп бай.
6. Һөмбаш балығы.Бит тиреһенең һығылмалылығы һәм ныҡлығы ѳсѳн яуап биргән коллагендың тарҡалыуын тотҡарлай.
7. Зәйтүн майы. Зәйтүн майындағы Е витамины һәм башҡа антиоксиданттар тирене дымландыра, яраларҙың уңалыуын тиҙләтә, акне, экзема һәм башҡа тире ауырыуына сәбәпсе булған инфекция йәки гормональ дисбаланс менән кѳрәшә. Ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн ғазапҡа әйләнгән целлюлит һәм тиренең һуҙылыуын да кәметергә булышлыҡ итә.
8. Салат япраҡтары. Был үҫемлек тә үҙенең тѳрлѳ микроэлементтарға, витаминдарға бай булыуы менән ҡиммәтле. Ундағы антиоксиданттар организмдың ҡартайыу процесын, мимик һырҙар, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.
9. Ҡара кѳртмәле. Емештең составында аскорбин кислотаһы, ретинол, танин, пектин, эфир майҙары, РР, В витаминдары һәм башҡа файҙалы микроэлементтар күп. Ул ҡартайыу процесын тотҡарлап ҡына ҡалмай, организмдың йәшәү кѳсѳн арттыра, иммун системаһын нығыта.
10. Әсе шоколад. Был тәмлекәстәге флавоноидтар тире яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефен, ультрафиолет нурланыштың зарарын кәметә, ҡартайыу процесын тотҡарлай.