ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Туҡта, кешем!

Беҙ шундай инде. Ашығабыҙ, бөтә ергә өлгөрөргә тырышабыҙ. Күтәрә алғансы күтәреп, ауыр сумкалар аҫып, тамам хәлдән тайып..

Беҙ шундай инде. Ашығабыҙ, бөтә ергә өлгөрөргә тырышабыҙ. Күтәрә алғансы күтәреп, ауыр сумкалар аҫып, тамам хәлдән тайып...Иртән иртүк әллә ниндәй пландар менән килеп торабыҙ, аҙна эсендә эшләп бөтөрөргә тейеш эштәр исемлеге төҙөйбөҙ. Хатта алдағы биш, ун йылды ла уйлап ҡуйырға күнеккәнбеҙ. Теләктәр теләгәндә, уйҙар уйлағанда, хыялдар ҡорғанда ла киләсәкте уйлайбыҙ. Беҙ бар булмышыбыҙ менән шул киләсәктә, тик бөгөндә түгел...

Туҡта, кешем! Тирә-яғыңа күҙ һал әле! Ергә ҡыш килгән дә баһа! Ғүмереңдең сираттағы йылы уҙып бара, өр-яңыһы башланырға тора! Ә һин улар хаҡында уйлап та бирмәй, һаман ҡайҙалыр сабаһың, ҡайҙалыр өлгөрөргә тырышаһың...Бер минутҡа ғына туҡта ла... ошо ҡыштың һалҡынын той, донъяның бар рәхәтен татып ҡал! Бөгөн бәхетле икәнеңде аңла! Һәм иң мөһиме: үҙең менән гармонияла йәшә! Киләсәктә түгел, бөгөн йәшә, КЕШЕМ!
Читайте нас: