Бер саҡ аҡыл эйәһенән: "Нимә ул мөхәббәт?" - тип һорайҙар. "Әгәр йәш кеше һораһа, көт, белерһең, тип яуап ҡайтарам, - ти аҡыл эйәһе. - Ҡарт кешенең һорауына яуабым: иҫеңә төшөр. Урта йәштәге кеше мөрәжәғәт итһә инде, миңә уға мөхәббәт теләргә генә ҡала".
Дуҫтар, әйҙәгеҙ, бер кемгә лә бындай һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйек. Һәр ҡайһыбыҙҙың яуабы үҙендә булһын. Яратып һәм яратылып ҡына йәшәйек!