ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙ майы дауаһы тураһында беләһегеҙме?

Хөрмәтле туғандар! Ҡаҙ майы дауаһы тураһында мәғлүмәттең аҙаҡҡы циклын тәҡдим итәбеҙ.

Быуындар һыҙлағанда. Бермә-бер нисбәтендә ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм 2 сәғәт тоторға. Дауалау курсы 7-10 кѳн. Тәүге процедура уҡ еңеллек килтерергә тейеш.
Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия). Иретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөлѳ төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһарға була. Ун көн дауамында ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды, төнгѳлѳккә аналыҡҡа ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, рәттән өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.
Түлһеҙлек. Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта һәм ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың әүҙемлеген арттыра.
Простатит. Ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ һуты төнәтмәһен эсеп дауаланырға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Ҡаҙ майын косметик сара булараҡ та файҙаланалар. Ул айырыуса һалҡын кѳндәрҙә файҙалы. Һыуыҡтан бит-ҡулдар ярылмаһын ѳсѳн 5 грамм камфара майына 50 грамм ҡаҙ майы ҡушып, биткә һѳртѳргә лә 20 минут тоторға. Артыҡ майҙы салфетка менән һѳртѳп алырға.
Сәстәр ныҡ һәм ялтырап торһон ѳсѳн, майҙы йылытып сәс тамырына һѳртѳргә һәм уны таҫтамал менән урап, ярты сәғәт тоторға. Дѳйѳм алғанда, ҡаҙ майының кире эҙемтәләре юҡ тиергә була. Тик ауырлы, имеҙгән ҡатындарға, 3 йәшкә тиклемге балаларға, бауырҙары, бѳйѳрҙәре менән етди проблемалары булғандарға бындай дауалау сараһы тәҡдим ителмәй. Майҙы быяла йәки керамик һауытта, ныҡлы ябып, һалҡын урында, ҡайһы бер осраҡта туңдырғыста ла һаҡларға була. Ул үҙенең дауалау үҙенсәлеген 3 йыл буйы юғалтмай.
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.
Читайте нас: