Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
10 Декабрь 2019, 19:49
Өс ҡатлы ләүәш
Ҡамыр өсөн: 2 стакан он 200 гр май Һыу йәки һөт - 100 мл; Шәкәр - 100 гр; Тоҙ һәм сода - бер семтем
Ҡамыр өсөн:
2 стакан он
200 гр май
Һыу йәки һөт - 100 мл;
Шәкәр - 100 гр;
Тоҙ һәм сода - бер семтем
Эслек өсөн:
Күрәгә - 200 гр;
Ҡара емеш - 200 гр;
Лимон - 2 (ҙур булмаған)
Шәкәр - 9 аш ҡалағы.
Әҙерләү:
Аҡ майҙы он менән бутайбыҙ, ыуалып торған масса барлыҡҡа килә. Уға шәкәр, тоҙ, сода ҡушабыҙ. Яйлап ҡына массаға һөт ҡоябыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға.
Күрәгә, ҡара емеш һәм лимондың һәр ҡайһыһын айырым блендерҙан йә иттартҡыстан сығарабыҙ. Һәр бер эслеккә 3-әр ҡалаҡ шәкәр һибәбеҙ.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөштө ҡалғандарына ҡарағанда ҙурыраҡ итәбеҙҙә, уны табаға йәйәбеҙ. Ҡара емеште һалабыҙ ҙа, ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Күрәгәне һалып та, ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Иң аҙаҡтан лимон һалабыҙ ҙа, ләүәш ҡапҡасы итеп аҙаҡҡы ҡамырҙы һалабыҙ. Ситтәрен матур итеп семәрләйбеҙ, сәнске менән тишкеләп сығабыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ.
Рецепт Интернеттан алынды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?