Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
12 Декабрь 2019, 00:45

ДУҪ

Ул дуҫына шылтыратты ла үҙенең хәлен һөйләне: "Әсәйем сирләй, ә минең уға дарыу алырлыҡ аҡсам юҡ." Тегеһе уны тынысландырырға тырышты: "Ярай, дуҫым, кискә шылтыратырһың".

Ул дуҫына шылтыратты ла үҙенең хәлен һөйләне: "Әсәйем сирләй, ә минең уға дарыу алырлыҡ аҡсам юҡ." Тегеһе уны тынысландырырға тырышты: "Ярай, дуҫым, кискә шылтыратырһың".

Дуҫы уға кискә ҡарай шылтыратты, тик уның телефоны һүнгән ине. Ҡат-ҡат шылтыратыу һөҙөмтә бирмәне. Бурысҡа аҡса алып торорлоҡ кеше эҙләп тә, таба алмауына ҡайғырҙы. Тотош донъя ҡараңғыланып ҡалғандай булды, иң яҡын дуҫының ҡылығы уны сығырынан сығарҙы. Тамам төңөлөп, ул өйөнә ҡайтып инде. Әсәһе тыныс ҡына йоҡлап ята, эргәһендә - кәрәкле дарыуҙар! Өйҙәгеләрҙән дарыуҙы кем килтергәнен һораны. Тегеләр: "Дуҫың килтерҙе", - тине.

Ул ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе, ә күҙҙәренә йәш төйөлдө. Унан дуҫын эҙләп тапты. "Мин шылтыратҡанда ниңә телефоныңды алманың?" "Мин уны һаттым да, аҡсаһына әсәйеңә дарыу алдым..."