ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Декабрь 2019, 17:21

БАУЫР ТОРТЫ

500 гр бауыр1 баш һарымһаҡ 200 гр. он 2 йомортҡа 200 г кишер 2 һуған 200 мл һөт йәшел тәмләткестәр (мотлаҡ түгел) тәменсә тоҙүҙегеҙ теләгәнсә ҡара борос

500 гр бауыр

1 баш һарымһаҡ

200 гр. он

2 йомортҡа

200 г кишер

2 һуған

200 мл һөт

йәшел тәмләткестәр (мотлаҡ түгел)

тәменсә тоҙ

үҙегеҙ теләгәнсә ҡара борос


1) Бауырға бер баш һарымһаҡ, 1 баш һуған ҡушып иттартҡыс аша сығарығыҙ, ҡара борос өҫтәгеҙ

2) Массаға һөт, йомортҡа, он, тоҙ ҡушығыҙ. Майланған табаға ҡоймаҡ кеүек итеп ҡойоғоҙ ҙа, талғын утта ике яғын әйләндереп, бешереп алығыҙ

3) Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырып, һуғанды ваҡлап турағас, майлы табала ҡыҙҙырып алығыҙ

4) Бауыр ҡоймаҡтарының өҫтөнә майонез һөртөп, ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалып өйөгөҙ

5) Иң өҫкө ҡатҡа йәшел тәмләткестәр һибегеҙ


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: