Боронғо замандан көҙгөләр тураһында күп кенә мистик риүәйәттәр йөрөй. Улар тылсым үҙенсәлектәренә эйә һәм сит донъяға тәҙрә тип һаналды. Кеше үлгән йортта юҡҡа ғына көҙгөләрҙе япмайҙар - уның йәне күк батшалығына ҡаршылыҡтарһыҙ осоп китһен өсөн. Бөгөнгә көнгә тиклем төрлө ритуалдар, юрауҙар был серле нәмәләр менән бәйле. Ә ул - теләһә ҡайһы йорттоң һәм ҡатын-ҡыҙ сумкаһының алмаштырғыһыҙ атрибуты. Ни өсөн көҙгөгә икәү ҡарарға ярамай? Заман кешеһендә был тыйыу һорау тыуҙырырға һәләтле: нимәгә ярамай? Көҙгө тиҫкәре һәм уңай энергетиканы тупларға һәм уның хужаһына бирергә мөмкин. Шулай ук көҙгө ярҙамында кешенең йәшерен уйҙарына үтеп инергә, уның һаулығына һәм яҙмышына йоғонто яһарға мөмкин. Боронғо ышаныстар беҙҙе нәҡ бына ошо турала киҫәтә. Ике ҡыҙға көҙгөгә бергә ҡарарға ярамай - улар бер кешене яратып, икеһенә бер яҙмышты бүлеп, мөхәббәт өсмөйөшөндә янып, бәхетһеҙ буласаҡтар. Дуҫ ҡыҙҙарыңа үҙ көҙгөңдө бирергә лә кәрәкмәй, тормоштан бәхет китәсәк. Көҙгө кешенең эске донъяһын, кисерештәрен, серҙәрен асыу мөмкинлеген бирә. Ике ҡатын-ҡыҙ бергә ҡарап, бер-береһен асыҡтан-асыҡ күрә алмай башларға йәки икенсеһенең йәшерен яҡтарын асырға мөмкин.
Айырыуса парлап ҡарағанда, сағылышында ҡараштар осрашыуы ҡурҡыныс һанала. Башҡа кешегә барлыҡ тиҫкәре йоғонтоһон һәм ауырыуҙарын өҙлөкһөҙ ҡарап тороп, көҙгө аша тапшырыу ритуалы бар. Хатта был уңайҙан бер ниндәй насар ниәте булмаһа ла, көҙөгөнөң мистик үҙенсәлеге алдан фаразланмаған рәүештә эшләй ала. Көҙгөгә икәүләп ҡараған осраҡта хәүефһеҙлеккә юл ҡуймаҫ өсөн бер-береңә өрөп ҡуйырға һәм һул елкә аша өс тапҡыр төкөрөү зарур.