Башҡорттарҙа сәйле церемония ҡағиҙәләре:
*Иртән торғас та сәйгә һыу ал.
* Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
*Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара: тәүҙә сәй эс.
*Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
*Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
*Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
*Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
*Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
*Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
*Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
*Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
*Йома көндө йома сәйе үткәр.
*Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң, килен сәйе эсер.
*Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.
*Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
*Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
*Башҡорт сәй эскәндә тәҙрәһенән тау күренеп торорға тейеш.
*Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!