ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ағас-ҡыуаҡты туңыуҙан нисек һаҡларға?

Декабрҙең икенсе яртыһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡар ҡатламы әле бик йоҡа. Шунлыҡтан баҡсасыларға ағас-ҡыуаҡты туңыуҙан һаҡлау сараһын күреү мотлаҡ. Көҙҙән өлгәрмәһәгеҙ, әле лә һуң түгел.

Декабрҙең икенсе яртыһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡар ҡатламы әле бик йоҡа. Шунлыҡтан баҡсасыларға ағас-ҡыуаҡты туңыуҙан һаҡлау сараһын күреү мотлаҡ. Көҙҙән өлгәрмәһәгеҙ, әле лә һуң түгел.
Күп баҡсасылар бөрлөгән, ҡурай еләге, абрикос кеүек ҡыуаҡтарҙы ғына туңыуҙан һаҡларға кәрәк, тип уйлай. Олондары 40 градус һалҡынға түҙгән хәлдә лә, 14 градус һалҡында алма, слива, сейәнең тамырҙарына зыян килеүе ихтимал. Уларҙы һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы - көрткә күмеп ҡуйыу. Кемдер ҡарҙы олон тирәләй тапап ҡуйыу кәрәк, тип иҫәпләй. Белгестәр фекеренсә, көпшәк “йылы юрған” йылыны нығыраҡ һаҡлай.
Йәш ағастарҙың ҡар ауырлығы аҫтында һыныу мөмкинлеге бар, шуға ла олонон таяуға бәйләп ҡуйырға әле лә һуң түгел.
Читайте нас: