Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
16 Декабрь 2019, 12:26
Шыршыларҙы киҫмәйек!
Йәш кенә йәшел ШыршыҡайҠорбан итеп...Салынған.Тамырынан сабып өҙөпӘүернәгә Ҡағылған...
Йәш кенә йәшел Шыршыҡай
Ҡорбан итеп...
Салынған.
Тамырынан сабып өҙөп
Әүернәгә
Ҡағылған...
Эргәһендә йырлап-бейеп
Бер күңел асыр өсөн,
Ник күрһәтәбеҙ шыршыға
Йософ Пәйғәмбәр көнөн?!
Һеҙ уйнап-көлөп, йырлашып
Байрам иткән сағында
Тып-тып итеп...
Шыршыҡайҙың
Күҙ йәштәре ағыла.
Ялтыр тәтәйҙәр артында
Әрнеү тулы ҡарашы.
Әсе сайырға уҡмашҡан
Әйтәлмаған һағышы.
Тонсоға ул тынсыу өйҙә
Һыуһыҙ, һутлы тупраҡһыҙ.
Тыуған урманын һағынып
Зарға сәсәй форсатһыҙ.
Әрнеү-рәнйеш алмай ғына
Урман һылыуҡайынан.
Ҡаршылайыҡ әле йылды,
Риза булып барынан.
Һатыуҙа бит донъя тулы
Яһалма шыршылар ҙа.
Алып ҡайтып, биҙәкләгеҙ,
Яңы йыл ҡаршыларға.
Тыуып килгән яңы йылды
Матур байрам итәйек.
Йәшел генә Шыршыҡайҙы
Йәшле шыршы итмәйек.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит