Бына тағы айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә аҙна тигәнең. Шулай ғүмер уҙа. Ваҡыт бигерәк тиҙ үтеүсәнгә әйләнде һуңғы арала. Шуны һеҙ ҙә һиҙәһегеҙме? Өлгөрөп булмай, байтаҡ эштәр эшләнмәй ҡала кеүек...Шулай булһа ла, ни өсөндөр ваҡыт ҡәҙере лә юҡ кеүек тойолоп ҡуя.
Ә һеҙ уйланғанығыҙ бармы уның ҡәҙере тураһында? Юҡтыр. "Кисә генә кеүек ине бит...", "Яңы ғына булған ине..." тип уфтанһаҡ та, уны ҡәҙерләмәйбеҙ беҙ. Ғүмеребеҙҙе сәғәттәр, көндәр буйы интернетта ултырып үткәрәбеҙ, ә яҡындарыбыҙ менән аралашырға ваҡытыбыҙ етмәй.
"Хәлдәр нисек?" - тип, дуҫтарға смс юллауын юллайбыҙ, ә бына осрашып, күңелдәр булғансы һөйләшеп алыу өсөн әлеге шул ваҡыт юҡ...
Дуҫтар, ошо ялығыҙҙы тулыһынса ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға бағышлап ҡарағыҙ әле.
Атай-әсәйегеҙ янына ҡайтып килегеҙ.
Тәмле бәлеш бешереп, туғандарығыҙҙы саҡырып алығыҙ.
Балаларығыҙҙы барып күрегеҙ.
Күмәкләшеп шыршы биҙәгеҙ.
Ғаиләгеҙ менән китап, гәзит-журналдар уҡығыҙ.
Дуҫтарығыҙҙы киноға, концертҡа саҡырығыҙ.
Әйҙәгеҙ, ваҡытты файҙалыраҡ, мәғәнәлерәк итеп үткәрергә өйрәнәйек әле! Беҙгә йәшәр өсөн бирелгән ваҡыт бит ул! Бүләк итеп кенә бирелгән...