Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
22 Декабрь 2019, 22:34
Яңы йылға буҙа ҡоябыҙ
3 литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" һалабыҙ, 5-10 минутҡа ултыртып торабыҙ ҙа, талғын ғына утта 1 сәғәт ҡайнатабыҙ. Бер ҡалаҡ аҡ май халып, бер туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер сәғәт ҡайнатҡандан һуң, килеп сыҡҡан массаны иләк аша һөҙәбеҙ, һыуытабыҙ...
3 литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" һалабыҙ, 5-10 минутҡа ултыртып торабыҙ ҙа, талғын ғына утта 1 сәғәт ҡайнатабыҙ. Бер ҡалаҡ аҡ май халып, бер туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер сәғәт ҡайнатҡандан һуң, килеп сыҡҡан массаны иләк аша һөҙәбеҙ, һыуытабыҙ. Төйөрҙәр булырға тейеш түгел.
Һыуыған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы һәм 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә. Йылы урынға ултыртабыҙ ҙа, бер көн көтәбеҙ. Телеңде йоторлоҡ милли эсемлек икенсе көнгә әҙер була.
Икенсе юлы эшләгәндә иһә ошо буҙанан 1 стакан әсетке алып ҡалығыҙ, ҡымыҙ урынына шуны һалығыҙ. Әйткәндәй, әсетке менән эшләгән буҙа тәмлерәк килеп сыға.
Дуҫтар, байрам табынына бына тигән эсемлек. Тәмле лә, файҙалы ла!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит