ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ял көнөндә яҡындарығыҙҙы һыйлау өсөн тәмле бәлеш рецебы

Өйрәк итенән бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Булмаһа, бына ошо еңел генә рецепт менән әҙерләп, ғаиләгеҙҙе һыйлағыҙ.

Өйрәк итенән бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Булмаһа, бына ошо еңел генә рецепт менән әҙерләп, ғаиләгеҙҙе һыйлағыҙ.
Өйрәк башҡа ҡош-ҡорт итенә ҡарағанда йомшағыраҡ һәм майлыраҡ. Бәлеш эслеге өсөн бик яҡшы.
Ҡамыр өсөн кәрәк: 300 г он, 90 г һыйыр майы, 100 мл һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, шәкәр ҡомо, ҡоро сүпрә.
Эслек өсөн: өйрәктең түш ите, 4 баш һуған, 5-6 картуф, 1 балғалаҡтан аҙыраҡ тоҙ,100-120 мл һурпа, бәлеш өҫтөн майлар өсөн 20 г май.
Эш барышы: майҙы иретеп, һөткә ҡушабыҙ, йомортҡаларҙы һытабыҙ, тоҙ, шәкәр һалып, туғыйбыҙ ҙа сүпрә һалынған он өҫтөнә ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр яҡшы булһын өсөн 10 минуттан да кәм баҫмаҫҡа. Эслек әҙер булғансы уны полиэтилен менән ябып торабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп табаға һалғас, шаҡмаҡлап туралған эслекте ҡоябыҙ һәм өҫтөн ябып, матур итеп, бөрәбеҙ ҙә, уртаһын тишеп, бөкө яһап томалайбыҙ.
Бер сәғәттән һуң бөкөнө асып, ярты стакан ҡайнар һурпа өҫтәйбеҙ ҙә ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
Бәлешегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: