ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Кеҫәгеҙҙә аҙмы-күпме аҡса ҡалһын...

Яңы йыл күп аҡса һорай торған байрам инде ул. Бүләктәр алыу ғына ла байтаҡ сығым талап итә. Кеҫәгеҙҙәге аҡсағыҙҙы тулыһынса тотоп бөтмәҫ өсөн...

Яңы йыл күп аҡса һорай торған байрам инде ул. Бүләктәр алыу ғына ла байтаҡ сығым талап итә. Кеҫәгеҙҙәге аҡсағыҙҙы тулыһынса тотоп бөтмәҫ өсөн:


Алдан уҡ планлаштырған бүләктәрҙең исемлеген төҙөгөҙ. Кемгә ниндәй әйбер алынасағы һәм яҡынса нисә һум аҡса кәрәген белеп торорһоғоҙ.


Бүләкте иртәрәк алығыҙ, хаҡы ла арзаныраҡ булыр, ашығып кәрәкмәгән әйбер ҙә алмаҫһығыҙ, оҙон сираттарҙа тороп, ваҡытығыҙ ҙа үтмәҫ. Бер магазиндан икенсеһенә йөрөп арымаҫ өсөн бүләктәрҙе бер урында алырға тырышығыҙ. Уңайлыраҡ булһын өсөн интернет аша ла заказ биреп була.


Яңы йыл йәрминкәләренә барығыҙ, магазиндарҙа байрам уңайынан ойошторолған төрлө ташламалы акциялар була. Унда хаҡтар арзаныраҡ булыуы ихтимал.

Бөтә туғандарығыҙға ла бүләкте байрам алдынан алмаһағыҙ ҙа ярай. Быны байрамдан һуңға ла ҡалдырып була. Дуҫтар һәм туғандарҙың барыһы менән дә барыбер 31 көндө генә осраша алмайһығыҙ бит.


Бөтә булған аҡсағыҙҙы тотоп бөтмәгеҙ. Кеҫәгеҙҙә аҙмы - күпме аҡса ҡалһын, донъя хәлен белеп булмай...
Читайте нас: