Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
23 Ғинуар 2020, 19:32
Туҡмастар сифатлымы?
"Бомжпакет" тип йөрөтөлгән туҡмастар тикшерелгән. Уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған. Бер марка ла Рәсәйҙең сифат билдәһенә дәғүә итә алмай.
Владимир, Мәскәү, Новосибирск, Тула өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда һәм Кореяла етештерелгән 17 марка продукцияһы - "Бомжпакет" тип йөрөтөлгән туҡмастар тикшерелгән. Уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған.
Бер марка ла Рәсәйҙең сифат билдәһенә дәғүә итә алмай, сөнки тикшерелгән продукцияның сифат күрһәткестәренә тура килмәүе билдәләнгән. Эксперттарҙың әлеге ризыҡтың хәүефһеҙлегенә ҡарата шиге раҫланған. Айырым алғанда, "БигЛанч" туҡмасында бифентрин (пестицид) эҙҙәре, ә "Золотистая жатва", "Роллтон", "Моя цена" маркалары продукцияһында үҫемлектәр үҫеүен көсәйткән матдәләр табылған. Һигеҙендә микотоксин асыҡланған. "Роскачество" белдереүенсә, улар туҡмасҡа он аша эләккән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етештереүселәр сифатһыҙ үҫемлек майы ҡуллана, шулай уҡ 12 сауҙа маркаһында тоҙ күп булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта туҡмастарҙа соя күп, әммә уны продукт составында күрһәтмәгәндәр. Ә инде иттең эҙе лә юҡ, ти эксперттар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит