Конгэк
+8 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
12 Февраль 2020, 19:46
Cәстәр ни өсөн ҡойола икән?
Сәс өшөһөн өсөн 5 минут 0 градустан һыуыҡта булыу ҙа етә. Был стрестан сәс ҡойола башлай.
Ғүмере буйына кешелә 150 мең тирәһе сәс үҫә. Ә кµн һайын 100 - 150 бөртөгө ҡойола, тиҙәр. Бер айҙа, йылына күпме? Ҡайһы берәүҙәр ҡышҡыһын уның күберәк ҡойолоуын һиҙә.
Башлыҡ кейгәнгә сәс төптәренә кислород барып етмәй, тип ялан баш йөрөргә тырышҡандар бар. Икенселәре башын һирәгерәк йыуырға ҡарар итә, тире майланып, сәсте ҡоролоҡтан, ә башты һыуыҡтан һаҡлай, тип уйлай. Белгестәр әйтеүенсә, бөтәһенә лә үҙебеҙ ғәйепле. Сәбәптәре нимәлә һуң? Сәс өшөһөн өсөн 5 минут 0 градустан һыуыҡта булыу ҙа етә. Был стрестан сәс ҡойола башлай. Ялан баш йөрөүселәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Уларҙың сәстәре тарағанда йәки йыуғанда көҙгө япраҡ кеүек ҡойоласаҡ. Икенсенән, башты нисек бысраныуына, йәғни майланыуына ҡарап йыуалар. Тире майлы икән, көн буйына сыҡҡан бүленде, ҡулланған лак һәм башҡалар менән бергә буталып, башты тотош ҡаплап аласаҡ. Шулай булғас, кәрәк икән, сәсте һәр көн йыуырға ла тура килә. Юғиһә, сәс төптәренә кислород килеү һәм баштағы ҡан әйләнеше боҙоласаҡ, сәс тағы ла ҡойоласаҡ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар