Ғүмер аҡҡан һыуҙай үтә, шуның өсөн дә һәр кѳндѳң ҡәҙерен белеп, һаулыҡты хәстәрләп йәшәү хәйерле.
Бер ҡайҙа ла ашыҡмаһағыҙ, эштән йәйәү ҡайтырға тырышығыҙ.
Нервы кѳсѳргәнеше бѳтѳр, кәйефегеҙ күтәрелер.
Аҙыҡ-түлекте йәшәгән урынығыҙға яҡын магазиндарҙан алығыҙ.
Атлағанда аяҡ табандары мускулдарын йомшартыу, ҡулдарҙы иркен һелтәү һәйбәт.
Эстән генә йыр кѳйләп барыу ҙа йәнгә тыныслыҡ бирә.
Юлығыҙ бәҫ ҡунған ағастар эргәһенән үтһә, уларға һоҡланып күҙ һалырға, туҡтарға ваҡыт табығыҙ. Күҙегеҙ ял итер, күңелегеҙгә гүзәллек һирпелер.
Ѳй ишеген асҡанда йылмайығыҙ - ѳйҙәгеләргә һѳйѳнѳс булһын, йортоғоҙға йылылыҡ, нур тулһын.
Ѳй хәстәренә сумырға ашыҡмағыҙ.
Ѳҫтѳгѳҙҙѳ алмаштырғас, бер-ике минут ял итеп алығыҙ.
Салҡан тѳшѳп, ҡулдарығыҙҙы баш аҫтына ҡуйып, аяҡ остарын үҙегеҙгә табан тартығыҙ, унан аяҡтарҙы теҙҙән бѳгѳп, ҡулдарығыҙ менән аҫтан ѳҫкә табан һыйпағыҙ.
Башығыҙҙы күтәреп, түңәрәк хәрәкәттәр яһағыҙ.