Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баш мейеһе көндөҙгө йоҡонан һуң тағы ла нығыраҡ эшләй башлай, сөнки мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы бүлектәре лә эшкә ҡушыла. Яңы көс менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотоноу өсөн 15 минут серем итеп алыу ҙа етә. Көндөҙгө ял баш мейеһен артыҡ мәғлүмәттән таҙартыу өсөн дә кәрәк. Белгестәр арыған баш мейеһен тулы почта йәшниге менән сағыштыра. Америка физиологы Сара Медник фекеренсә, көндөҙгө йоҡо күреү һәләтенә лә ыңғай тәьҫир итә. Уның әйтеүенсә, иртәнсәк кешенең күреү реакцияһы 10 миллисекунд тәшкил итһә, кискеһен 40 миллисекундҡа тиклем төшә. Ә серем итеп алыусыларҙа кискеһен дә иртәнге кимәлдә ҡала. Көндөҙгө йоҡо, гормондар кимәлен көйләп, стрестарҙан арындыра. Кешенең һиҙгерлеге, иғтибары көсәйә. Иҡтисади үҫешкән илдәрҙә, мәҫәлән, күп кенә фирмаларҙа һәм предприятиеларҙа көндөҙ өҫтәмә тәнәфес булдырылған. Серем итеп алыу өсөн мотлаҡ ятырға тимәгән, уңайлы итеп ултырып та күҙ йомоп алырға була. Америка ғалимдары һәм табиптары билдәләүенсә, көндөҙгө йоҡо йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Аҙнаһына өс тапҡыр 20-30 минут көндөҙ йоҡлап алған кешелә инфаркт һәм инсульт кисереү хәүефе 40 процентҡа кәмей. Бер үк ваҡытта көндөҙгө ҡыҫҡа ваҡытлы йоҡоноң ҡан баҫымына һәм тотош организмға ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған.