Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
28 Февраль 2020, 13:43
Ҡорот шәп дауа!
Ҡорот аҡһымға, ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ошо ризыҡ күп сирҙән ҡотҡара.
Башҡорттар борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һөттән бик күп ашамлыҡ - ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡатыҡ, айран әҙерләгән.
Ҡайһылары дауа өсөн дә файҙаланыла. Шуларҙың береһе - ҡорот. Ҡоротто һыуыҡ тейгәндә тирләү өсөн иҙеп эскәндәр. Ашҡаҙан ауыртҡанда, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда ла ошо ризыҡ ҡотҡарған.
Йөрәк йыш ҡаҡһа, кеше тиҙ ҡабыныусан булһа, халыҡ табиптары ҡорот ашарға кәңәш биргән. Башҡорттар итле ашҡа, майлы һурпаға ҡорот һалып эсә, сөнки ул ашаған ризыҡты тиҙ эшкәртергә ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙарта. Ул аҡһымға, ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай.
Йомғаҡ һымаҡ киптерелгән ҡорот, һауа температураһы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл буйы боҙолмай, файҙалы сифаттарын да юғалтмай.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?