ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бер туғандар

Ошо көндәрҙә Рим Ишбулатов 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул - 10 бер туғандың береһе, тимәк, ун яҡтан күҙгә күренмәҫ туғанлыҡ ептәре шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткәндә бәхет солғаһа, ваҡыты менән һәр туғаны өсөн йөрәге ҡыҫылған, һыҙлаған сағы ла булғандыр. Ошо күркәм ғүмер байрамында рәхмәтле туғандарынан шиғри сәләм.Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн Бер туғандар итеп яратҡан. Мин яратам һеҙҙе, туғандарым! Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!

Бер туғандар.
Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Бер әсәнең һөтөн имгәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.
Бер туғандар бит беҙ! Бер оянан
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.
Бер туғаның өсөн йән атыуҙы
Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар.
Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!
Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн
Бер туғандар итеп яратҡан.
Мин яратам һеҙҙе, туғандарым!
Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!
Читайте нас: