Гүзәл зат йыш ҡына: “Беҙ шундай инде!” тип ҡабатларға ярата. Ир-ат иһә күптән уның төрлө холоҡло булыуына күнеп бөткән. Байтаҡ киҫкен боролоштарҙы юғалтыуһыҙ, сабыр үтеп, ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡты үҙ иңдәрендә күтәреп, ауырлыҡҡа сыҙап йәшәп ятҡан ерҙән бөтөнләй уйламаған аҙым яһап ҡуйыу, үҙ яйы менән барған тормош ағымын бөтөнләй башҡа яҡҡа бороп ебәреү ҙә бер ни тормай уға.
Йәшәү рәүешенә ҡарап, гүзәл заттарҙы дүрт төргә бүлеп йөрөтәләр.
«Хужабикә» ҡатын-ҡыҙ. Ул һәр ваҡыт йорт-хужалыҡ эштәре менән мәшғүл: йыуа, йыя, ашарға бешерә, балаларын, ирен тәрбиәләй, әммә йыш ҡына үҙен онотоп ебәрә. «Һуғышсы» ҡатын-ҡыҙ. Ул ғүмере буйы ғәҙеллек өсөн көрәшә, дөрөҫлөк юллай, һәр саҡ ниҙер иҫбат итә, балаларын, яҡындарын яҡлау өсөн көсөн йәлләмәй, маҡсатына ирешеү юлында иһә уны бер ни туҡтата алмай. «Бүләк» ҡатын-ҡыҙ. Был гүзәл заттың ире һәр ваҡыт яҡшы формала, бөхтә кейенгән, балалары ла ҡараулы. Үҙе тураһында ла онотмаған ханым презентация оҫтаһы, ғаиләһен дә, тормошон да башҡаларға «Бына беҙ шундай!» тип күрһәтә белә. «Илһам сығанағы булған» ҡатын-ҡыҙ. Ул артыҡ әллә ни эшләмәһә лә, ябай ғына эштәре, күркәм холҡо, ихласлығы менән айырыла. Был гүзәл зат ир кешенең тормошона ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килеп ингән осраҡта ла, уны әллә ниндәй бейеклектәргә күтәрергә, илһамландырырға һәләтле. Көслө зат ғүмере буйы тик уны ғына һағынып йәшәй. Тап шундайҙарға бағышлап, шағирҙар шиғыр, композиторҙар көй яҙа. Был дүрт төрҙөң һәр ҡайһыһының үҙ өҫтөнлөгө һәм етешһеҙлеге бар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшыһы - тормошта килеп тыуған ваҡиғаларға ҡарап, уларҙың береһенән икенсеһенә күсә белеү. Шул саҡта ғына ул үҙе лә тормошонан ҡәнәғәт, яҡындары ла бәхетле була.