Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Март 2020, 18:30

Ярты сәғәттә сибәркәй

Яҙ килә, сағыу ҡояш иркә нурҙары менән наҙлай. Һөйкөмлөрәк, сибәрерәк күренге килә.

Яҙ килә, сағыу ҡояш иркә нурҙары менән наҙлай. Һөйкөмлөрәк, сибәрерәк күренге килә. Бының өсөн ярты сәғәт ваҡыт етә. Арығанлыҡты йыуып ташлауға 10 минут. Иң яҡшыһы - ҡойоноу. Башта йылы һыуҙа тәнде йылытҡас, һалҡын һыуҙы асығыҙ. Бер нисә тапҡыр алмашлап, иң аҙаҡтан һалҡын һыу менән ҡойоноғоҙ. Һуңынан йѳнтәҫ таҫтамал менән һѳртѳнөгѳҙ. Ваҡытығыҙ булмағанда устарҙы ѳс минут буйына бер йылы, бер һалҡын һыуҙа тотоғоҙ - белгестәр әйтеүенсә, был да ярҙам итә. Бер сынаяҡ ҡаты ҡара сәй йәки лимонлы йәшел сәй эсеп алһағыҙ, күңелегеҙ күтәрелер. Бер нисә киҫәк шоколод та арығанлыҡты бѳтѳрә, кәйефте яҡшырта. Ҡолаҡҡа массаж эшләү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирер. Ул тотош организмға һәйбәт тәьҫир итә. Бармаҡ остарына саҡ ҡына бѳтнѳк (мята) майы тамыҙып шәп-шәп итеп ҡолаҡтарҙы ыуыу энрегия өҫтәр.

Читайте нас: