ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Апрель 2020, 13:51

Тәбиғәт биргән дауа

Ер ҡарҙан әрселеп, бөтә тереклек уянғанда тәбиғәткә сығып, ҡайын һыуы йыйыу йәнгә тыныслыҡ, күңелгә ял биргән матур бер мәл ул. Ағастан бүленеп сыҡҡан һуттың файҙаһы хаҡында борондан уҡ белеп, уны күп төрлө сирҙәрҙән дауа булараҡ ҡулланғандар.

Ер ҡарҙан әрселеп, бөтә тереклек уянғанда тәбиғәткә сығып, ҡайын һыуы йыйыу йәнгә тыныслыҡ, күңелгә ял биргән матур бер мәл ул. Ағастан бүленеп сыҡҡан һуттың файҙаһы хаҡында борондан уҡ белеп, уны күп төрлө сирҙәрҙән дауа булараҡ ҡулланғандар.
Ҡайын һуты яҙын, кеше организмы хәлһеҙләнеп, витаминдарға ҡытлыҡ кисергән осорҙа бигерәк тә файҙалы. Ул йоҡоһоҙлоҡтан, депрессиянан дауалай, нервыларҙы тынысландыра. Магний, кальций, калий, фруктоза запасы кәмегәндә, уны тулыландырырға ярҙам итә. Тамаҡ, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ваҡытында ла файҙаһы күп. Ул шулай уҡ төрлө инфекцияға, аллергияға ҡаршы яҡшы көрәшсе булып тора. Бит тиреһенең торошон яҡшыртыу, һытҡыларҙы бөтөрөү өсөн ябай һыу урынына ҡайын һутын ҡулланыу ҙа етә. Ҡатын-ҡыҙ сирҙәрен дауалауҙа, организмды ҡартайыуҙан һаҡлауҙа ярҙам итә, сәс ҡауаҡлауын, ҡойолоуын да бөтөрә.Ҡанды таҙарта, йөрәк, бауыр, бөйөр ағзаларының эшмәкәрлеген яҡшырта.
Һут иртә яҙын, ер ҡарҙан әрселә башлағансы уҡ бүленә башлай һәм ағас бөрөләре асылғансы дауам итә. Уны ҡояш нурҙары төшкән, яҡты урында үҫкән ҡайындарҙан йыйырға кәрәк. Бер ағас тәүлегенә 2-3 литр һут бирә, әммә уны 1 литрҙан да күберәк алырға ярамай. Был ағастың ҡороуына килтереүе бар. Шулай уҡ йәш ҡайындан алыу кәңәш ителмәй, байтаҡ йылдар дауамында үҫкәненән алғаны күпкә татлыраҡ, файҙалыраҡ тип иҫәпләнә.
Бүленгән һутты дөрөҫ итеп йыя белергә лә кәрәк. Ағас олонона балта менән сабып, уны йәрәхәтләргә ярамай. Бырау менән һаҡ ҡына тишеп, нәҙек көпшә аша һауытҡа ағыҙырға, һуңынан ул урынды балауыҙ, пластилин йә балсыҡ менән һылап ҡуйырға кәрәк. Ҡайын һутын күберәк алам тип, тәрән уйым эшләү дөрөҫ түгел, сөнки ул ҡайыры аҫтынан ғына бүленеп сыға.
Мең сиргә дауа булһа ла, уны оҙаҡ һаҡлап булмай, тиҙ боҙола, әсей башлай. Хатта һыуытҡыста ла 2-3 көндән артыҡ тоторға кәңәш ителмәй. Ҡышҡылыҡҡа һутты туңдырып алып ҡалғандар ҙа бар, әммә ул осраҡта тәме үҙгәрә. Оҙайлы ваҡытҡа ябып һаҡлау өсөн һутты ҡайнатып сығарып, быяла банкаларға тултырырға һәм 15-20 минут пастеризацияларға кәрәк.
Тәбиғәт биргән дауаны һаҡлауҙың байтаҡ ысулдары булһа ла, уны үҙ мәлендә генә, тәмле сағында эсеү күпкә файҙалыраҡ, минеңсә. Үҙ һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып, ҡайындарға зыян һалмау хаҡында ла онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: