Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Май 2020, 17:29

Роза гөлөң ҡупшы булһын

Йәй буйы сәскә атһын өсөн розаларҙы дөрөҫ туҡландырырға кәрәк.

Йәй буйы сәскә атһын өсөн розаларҙы дөрөҫ туҡландырыу мотлаҡ. Май айында уларға азот һибәләр. Япраҡтары ваҡланмаҫ, ҡыуаҡ хәлһеҙләнмәҫ, сиргә бирешмәҫ.
Сәскәгә бөрөләнгәндә, атып бөткәс, шулай уҡ августа үҫемлекте микроэлементтарға байытыу өсөн фосфорлы (суперфосфат) һәм калийлы (калий сульфаты) ашлама менән туҡландыралар. Ул сәскә аттыра, сиргә ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.
Роза калий ярата. Йәй дауамында бер нисә тапҡыр һәр ҡыуаҡ төбөнә банан ҡабыҡтары күмеп сығығыҙ, гөлөгөҙ ҡупшыраҡ сәскә атыр.
Йәйҙең икенсе яртыһында азотлы ашлама индермәҫкә, юғиһә ҡыуаҡтар ҡышҡа әҙерләнмәй һәм өшөй.
Читайте нас: