Ябай булмаған әлеге заман күптәрҙе көсөргәнештә тота. Аҡса табыу, килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү, бер туҡтауһыҙ өйөрөлөп торған донъя-ҡуласала «әйләнеү» кешенән байтаҡ көс талап итә. Иртәнән кискәсә ултыраҡ ямғыр ише төрлө яҡтан «яуған» мәғлүмәт, минут һайын үҙгәреп торған ваҡиғалар, һәр ваҡыт уяулыҡ, етеҙлек талап иткән тормош ағымы хәлде ала. Һуңғы арала йыш күҙәтелгән төшөнкөлөккә бирелеү, йәшәү мәғәнәһен юғалтыу кеүек осраҡтар ҙа үрҙә һанап кителгән сәбәптәр менән бәйле. Кире күренештәр кеше организмына йоғонто яһамай ҡалмай, төрлө сир-сырхауҙарға илтә.
Баҡһаң, күп ауырыуҙар беҙҙең күңел торошобоҙ менән бәйле икән. Улар уйламаған ерҙән барлыҡҡа килеп, шулай уҡ тиҙ арала юҡҡа сығырға ла мөмкин. Мәҫәлән, псориаз, экзема, аллергия шулар рәтенә инә. Белгестәр белдереүенсә, күп сирҙәрҙән дарыу эсеп түгел, ә кешенең күңелен дауалап та ҡотолоп була.
Баш. Был ағза менән бәйле ауырыуҙар күптәргә таныш. Күңеленә ятмаған эштә эшләгән, оҡшатмаған кешеләр менән аралашҡан, тормошта үҙ урынын тапмағандарҙы күберәк яфалай улар. Үҙ баһаһы түбән булғандар ҙа шулар рәтен тулыландыра.
Сәстәр. Уларҙың торошо ла күп осраҡта кешенең эске донъяһы менән бәйле. Һәр ваҡыт көсөргәнештә булғандарҙың, үҙ өҫтөнә артыҡ яуаплылыҡ алғандарҙың сәстәре йышыраҡ ҡойола. Һуңғы арала пеләшләнә башлаған ҡатын-ҡыҙҙар артты. Был уларҙың ир-аттарҙан көслө булып күренергә тырышыуынан, уларҙың бурыстарын башҡарырға ынтылып тороуҙан килә.
Ҡолаҡтар. Баҡһаң, был ағза сирҙәре шау-шыулы, ғауғалы ғаиләлә үҫкән балаларҙа йыш күҙәтелә. Ишетеү һәләте юғалыу кешенең төрлө ыҙғыш - тауыштан азат булыу теләге көсәйгәндә барлыҡҡа килә.
Күҙҙәр. Үҙендә һәм башҡаларҙа нимәнелер күргеһе килмәгән осраҡта кешенең күреү һәләте түбәнәйә. Күҙлек кейгән сабыйҙар - насар мөхиттә тәрбиәләнгән балалар.
Муйын. Тиҫкәре, үҙ һүҙлеләр ошо ағза сирҙәренә зарлана. Улар башҡаларға яраҡлаша алмай, һығылмалылыҡты үҙ итмәй.
Тамаҡ. Фекерен, һүҙен башҡаларға еткерә алмаған, бөтәһен дә йөрәгенә яҡын алып, күп осраҡта өндәшмәй ҡалыуҙы өҫтөн күргәндәр тамаҡҡа бәйле сырхау менән көрәшә. Бүтәндәргә асыу тотҡандар ҙа шул иҫәпкә инә.
Арҡа. «Арҡаң ныҡ булһын!» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнегеҙ барҙыр. Умыртҡа һөйәге кәүҙәне тотоп торған бағана ул. Уның менән бәйле ауырыуҙар матди хәле мөшкөл булғандарҙы үҙ итә.
Күкрәк. Уның менән бәйле сирҙәргә күпселек гүзәл заттар дусар. Үҙен онотоп ебәреп, тик башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү, саманан тыш ҡайғыртыу, кемделер йә нимәнелер юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәү эҙһеҙ үтмәй - күкрәк менән бәйле төрлө ауырыуҙарға килтерә.
Йөрәк. Артыҡ ҡайғырыу уны эшлектән сығара. «Йөрәгеңде бөтөрмә!» Танышмы был һүҙҙәр һеҙгә? Ул һау булһын тиһәгеҙ, юҡ-барға борсолмағыҙ, яҡшы, күтәренке кәйеф һаҡлағыҙ!
Ашҡаҙан. Был ағза сирҙәре тормошто нисек бар шулай ҡабул итә белмәгәндәрҙә йыш осрай. Ниндәйҙер хәлде үҙгәртә алмайһығыҙ икән, уға ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Шул осраҡта ашҡаҙанығыҙ һеҙҙе борсомаҫ.
Һуңғы йылдарҙа йыш осраған яман шеште түбән сифатлы, яһалма ризыҡ менән туҡланыу, насар экология менән бәйләһәк тә, психология фәне уны күңелдә йыйылып килгән үпкә, асыу, нәфрәт менән бәйләй.
Артыҡ кәүҙә ауырлығы менән йонсоған кешеләрҙең яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж икәне билдәле.
Барыһы ла ябай ғына кеүек, шулаймы? Баҡһаң, беҙҙең күп сирҙәребеҙ уйлаған уйҙарыбыҙға, донъяға һәм кешеләргә булған мөнәсәбәтебеҙгә бәйле икән. Һау-сәләмәт булыр өсөн уларҙы ыңғай көйләү ҙә етә.