- Сәхрәгә сыҡтым әле, бәхетемде һынап ҡарамаҡҡа. Апрелдән октябргә тиклем бәшмәк миҙгеле дауам итә. Тәбиғәттең йомарт бүләге ул, кеше уны күптән тейешенсә баһалаған. Һатып та алырға була, тик үҙең тапҡанға етәме һуң! Йыйырға яратам, бик күптән ҡыҙыҡһынам. Ашарға яраҡлыларын ағыуларынан айыра ла белергә кәрәк. Май айында ғәҙәттә ямғырҙар ваҡытында яуһа, улар етеҙ генә үрсеп китә. Ҡайын, уҫаҡ, аҡ бәшмәк осрауы ихтимал. Был ризыҡы тоҙларға ла, төрлө аш-һыу әҙерләргә лә була.