ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Июнь 2020, 19:20

100-гәсә йәшәйһе ине...

Йән тыныслығын тәбиғәт ҡосағында эҙлә. Яңғыҙың ғына. Тәбиғәт тынысландырыр ҙа, һорауҙарыңа яуап та табылыр һалҡын башҡа.

1. Йән тыныслығын тәбиғәт ҡосағында эҙлә. Яңғыҙың ғына. Тәбиғәт тынысландырыр ҙа, һорауҙарыңа яуап та табылыр һалҡын башҡа.

2. Йәй ялан аяҡ күберәк йөрөргә кәрәк. Ерҙән көслө энергия килә организмға.

3. Һыу - тәбиғәт бүләк иткән мөғжизә. Һыуһыҙ тереклек юҡ. Һыуҙы һаҡлап ҡына тотон. Йәйге йылы көндәрҙә һыу кисеп йөрөү организмға бик күп көс бирә.

4. Таҙа һыу эс, шишмә йә ҡоҙоҡ һыуы. Ҡайнаған һыу - үле һыу. Ер йөҙөндәге бөтөн тере йән һәм үҫемлектәр ҙә 60-80 % һыуҙан тора. Һыу менән тулыландырып торорға кәрәк күҙәнәктәрҙе.

5. Үле аҙыҡты күп ашама. Өҫтәлдә һәр ваҡыт йәшелсә, емеш-еләк булһын.

6. Итле аҙыҡты аҙнаһына 2-3 тапҡырҙан күберәк ашарға ярамай. Ашҡаҙанға эшкәртеүе бик ауыр итте. Үлән генә ашаған атта күпме көс! Йыл әйләнәһенә арымай саба. Ит менән туҡланған айыуҙың көсө ярты йылға ғына етә. Ҡыш буйына ҡыбырлай ҙа алмай ята.

8. Һыуҙы йыш эсһәң, ашҡаҙанға күп аҙыҡ һыймай. Кешегә көстө күп ашау бирмәй, ә дөрөҫ туҡланыу бирә.

9. Ураҙа тотмаһаң да, аҙнаның бер көнөндә ашҡаҙанға ял бирергә кәрәк. Һыу йә ҡатыҡ ҡына эсергә мөмкин.

10. Был донъяла бөтә нәмә лә кеше өсөн. Ҡояш көнө-төнө яҡтыртып торһа, кешегә ял булмаҫ ине. Төн кешегә ял өсөн. Көндөҙ яҡты саҡта эштәреңде эшләп ҡал.

11. Саф һауала күберәк йөрө. Йылыға өйрәтмә организмыңды. Йылы яратҡан кеше тиҙ ҡартая. Бигерәк тә йоҡо бүлмәһе һалҡынса булырға тейеш.

12. Ҡәһүә һәм кибет сәйенән баш тарт. Улар - наркотик. Үлән, япраҡ, сәскә йыйып киптереп, йыл буйына сәй урынына эс.

13. Һәр нәмәлә сама бел: ашауҙа, һөйләүҙә, эштә лә, уйында ла. Үтә ҡыҙыл булма, тиҙ уңырһың.

14. Ашағандан һуң ятһаң, ашаған аҙығың ашҡаҙаныңа таш булып ятыр.

15. Сихырҙан йыраҡ бул. Сихырсылыҡ, күрәҙәселекте Хоҙай үҙ итмәй. Күрәҙәлек итеүсе генә түгел, уға ышанып барыусы ла гонаһлы. Яҙмышыңды алдан белергә тырышыу ул Хоҙайҙан оло булырға маташыуға тиң.

16. Йәнгә иң яҡшы дауа - эш. Башыңда йөҙ төрлө уйҙар сыуалмаһын өсөн ни менәндер мәшғүл булырға кәрәк.

17. Кешеләргә ҡарата сабыр һәм яғымлы бул. Әммә ҡол яһарға ирек бирмә. Үҙеңде яҡлай ҙа бел.
Читайте нас: