- Ғаиләбеҙҙә манты - яратҡан ризыҡтарҙан һанала. Балалар ҙа, ейәндәрем дә, килгән ҡунаҡтар ҙа бик маҡтап ашай. Ваҡытты ла күп алмай. 30 минутта өлгөртөп ашарға ла була.
Эслек өсөн картуф, һуған, ит тартҡыстан үткәрелгән фарш кәрәк, картуф урынына ҡабаҡ алһаң да бик тәмле килеп сыға.
Ҡамырын йомшаҡ ҡына баҫам, йомортҡа һалмай, йоҡа ғына итеп йәйергә тырышам. Берәр ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушҡанда ҡамыр һығылмалыраҡ була.
Картуфты тапап, һуғанды ваҡлап турарға, һутлыраҡ булһын өсөн уны ит менән бер сама алам. Ит бик һимеҙ түгел икән, май ҡушырға мөмкин.
Манты бешереү серҙәрен Раушания Юлтимерова өйрәтте.