- Йомортҡа һалырға ултырған тауыҡты ҡурҡытмағыҙ. Уның һуңыраҡ һалыныуы продукция сифатына кире йоғонто яһай. Тауыш, ҡапыл ут яҡтыртыу ҙа өркөтә. Тетрәнеүҙән улар йомортҡа һалыуҙан туҡтай. Был ҡош йомортҡаны яҡтыла ғына һала. Себештәр ҙә бик ҡурҡаҡ. Иртән улар янына шаҡып ҡына инегеҙ. Быға тиҙ өйрәнеп, ишек асылғанда ҡурҡмай башлар.
А витамины кишер, люцерна, үлән оно, йомортҡа һарыһы, кукуруз, ҡабаҡ, балыҡ майында бар. В витамины - сүпрә, көрпә, балыҡ ононда күп. Салат япраҡтары, шыттырылған бойҙай, борсаҡ, үлән оно Е витаминына бай.