Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Июнь 2020, 12:30

Тештәрең сәләмәтме?

Кариес, теш щеткаһы барып, етмәгән урында ҡара тап булып барлыҡҡа килә.

Күп осраҡта теш һыҙлауына кариес сәбәпсе. Ашағандан һуң тештәрҙе насар, йәки бөтөнләй таҙартмаһаң, ағыулы кислота бүлеп сығарыусы бактериялар үрсей башлай.
Был кислота кальцийҙы, фосфорҙы юҡҡа сығара, аҙаҡ эмаль ҡатламы йоҡарып, кариес барлыҡҡа килә. Башланғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй. Бары тик стоматолог ҡына ентекле ҡарағандан һуң билдәләй ала. Ғәҙәттә, кариес, теш щеткаһы барып, етмәгән урында ҡара тап булып барлыҡҡа килә. Ул тәрәнәйә барып,тештең үҙәгенә (пульпа (нервы) үк үтеп инә. Ошо һыҙлауға килтерә лә инде. Был ваҡытта ул үлегә әйләнә, нервыны алырға кәрәк була.
Читайте нас: