ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Июнь 2020, 14:27

Биҙәүес таға беләһеңме?

Ҡомда ҡыҙынғанда алтын биҙәүес кейеү ахмаҡлыҡ

Бар нәмәлә сама белергє кәрәк. Аяҡ-ҡулдағы һәр бармаҡты биҙәү артыҡ, ә бына алҡа менән беләҙек йәки алҡа менән муйынсаҡ тағыу килешер.
Яңы йыл шыршыһына оҡшау кәрәкмәҫ. Муйынға - ике алтын сылбыр, һәр бармаҡҡа ҡиммәтле ташлы балдаҡ кейһәгеҙ, аҡса - мул, әммә зауыҡтың наҡыҫ икәнлеге күренер.
Урын-ер һәм ваҡыт тураһында: спорт залында һәм ҡомда ҡыҙынғанда алтын биҙәүес кейеү ахмаҡлыҡ тиергә була.
Ҡиммәтле әйберҙе эш урынында кейеү бик килешмәһә лә, ҡәҙимге күренешкә әйләнгән. Никах балдағына һәм муйынға сылбыр менән ярым ай йәки христиандарҙа тәре тағыуға ғына ҡағылмай был.
Ынйы биҙәүестәрҙе киске күлдәк менән кейәләр, ҙур сумка менән иң ҡиммәтле сәғәт кәрәкмәҫ.
Күҙлек кейһәгеҙ, бер биҙәүескә кәмерәк мөмкин, янына алҡа һәм муйынға сылбыр тағыу урынлы булыр.
Күлдәктең муйын уйымы өсмөйөшлө икән (V хәрефе кеүек) кулонлы сылбырҙар килешә, ә водолазка өҫтөнән муйынсаҡ тағырға була. Ҡатмарлы яғалы блуза кейгәндә муйынға биҙәүес тағыу артыҡ.
Читайте нас: