Лавр япрағын боронғо Грецияла уҡ ҡулланғандар. Унда был үҫемлек изге тип һаналған. Ул сәнғәт аллаһы Аполлонға бағышлана.
Лавр - мәңге йәшел ағас. Оҙонлоғо 18 метрға етә, 300-400 йыл йыл самаһы йәшәй. Ул йылы яҡта үҫһә лә һалҡынға сыҙам.
Халыҡ медицинаһында лавр япрағының төнәтмәһен ҡандағы шәкәрҙе кәметеү сараһы итеп ҡулланалар.
Төнәтмә былай әҙерләнә: 10 япраҡты 3 стакан ҡайнар һыуға һалып ҡайнатмайынса ғына 2-3 сәғәт томалап төнәтәләр ҙә көнөнә 3 тапҡыр ярты стаканлап эсәләр.
Врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ