ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Июль 2020, 17:05

Иң яҡшы 10 ғәҙәт

Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтеңде еткер. Беҙ барыбыҙ ҙа уның ҡурсыуы аҫтында йәшәйбеҙ. Көн аҙағында яҡындарың, һаулығың, ашаған ризығың, кейгән кейемең өсөн рәхмәт әйтеп өйрән.

  1. Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтеңде еткер. Беҙ барыбыҙ ҙа уның ҡурсыуы аҫтында йәшәйбеҙ. Көн аҙағында яҡындарың, һаулығың, ашаған ризығың, кейгән кейемең өсөн рәхмәт әйтеп өйрән.
  2. Үҙеңде маҡта. Ниндәйҙер эште атҡарып сыҡҡанһың, кемгәлер ярҙам иткәнһең, изгелек эшләгәнһең икән, үҙеңде маҡтап ҡуйырға онотма. Был ғәҙәт һиңә яңы маҡсаттарға барған саҡта тәүәккәллек өҫтәр.
  3. Яҡындарыңа йылы һүҙҙәр әйт. Эргәңдәгеләрҙән яғымлы ҡарашыңды, яҡшы мөнәсәбәтеңде йәлләмә. Үҙеңдә мохтаж булғандырҙы иғтибарһыҙ ҡалдырма. Йылы һүҙ - йән аҙығы. Шуны онотма.
  4. Иртән уянғас, йылмай. Үҙеңде нисек көйләйһең, көнөң шулай үтәсәк. Күҙҙәреңде асҡас та, яҡшы уйҙар ғына уйла, ғүмереңдең сираттағы таңын ҡаршы алыуыңа ҡыуан.
  5. Ашаған саҡта ашыҡма. Был бигерәк тә эштә, юлда тамаҡ ялғағандарға ҡағыла. Компьютер экранына текләп, телефондан һөйләшеп, эштән айырылмай ғына ҡапҡылап алғандар күп. Ашаған саҡта эш тураһында уйлау ғәҙәтен ташла.
  6. Үҙеңә ваҡыт тап. Көнөнә бер нисә тапҡыр бары тик үҙеңә генә бағышланған ваҡытың булһын. Эштәме, өйҙәме, уныһы мөһим түгел. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күңелеңә оҡшаған шөғөл менән булыу, йыр тыңлау йәки ишегеңде ябып, тыныслыҡта ултырып алыу ҙа кешегә көс өҫтәй.
  7. Яҡындарыңды ҡосаҡла. Иртән эшкә сығып киткәндә лә, кисен ҡайтҡас та, уларҙы ҡосаҡлап алырға онотма. Бының өсөн сәбәп эҙләмә. Улар һинең барлығыңды тойор, ә үҙеңә дәрт өҫтәлер.
  8. Тормоштоң ыңғай яғын күр. Туфлийыңдың үксәһе һынып сыҡһа, бошонма. Ул бары тик әйбер. Эшеңдә үрләтмәйҙәр икән, тимәк һинең өҫтөңдә яуаплылыҡ аҙыраҡ.
  9. Кисен һыу менән ҡойон. Хәлһеҙлек менән бергә көн буйына йыйылып килгән насар тәьҫораттар һыу менән ҡуша йыуылып төшәсәк.
  10. Киске ашты яҡындарың менән бер өҫтәл артында аша. Табын артында аралашып ултырыу - үҙе бер ғүмер. Шуны иҫеңдә тот.
  11. Читайте нас: