ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Күңелде иман нуры сафланы

Иман йорто халыҡтың физик, шулай уҡ йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған, юғары әхлаҡ тәрбиәләгән, төрлө яҡлап үҫтергән әһәмиәтле урын.

Үҙ аллы изоляция көндәрендә кешелек өсөн донъя кимәлендәге пандемияға әүерелгән хәүефле сир менән көрәш бара. Мәләүез мәсете биләмәһендә күҙ яуын алырлыҡ аллы-гөллө сәскәләр үтеп йөрөгән халыҡ күңелендә иртәгәһе көнгә өмөт уята.
Иман йорто район-ҡалала тарихи мираҫ, мәҙәни, рухи үҫеш үҙәге генә түгел, ә халыҡтың физик, шулай уҡ йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған, юғары әхлаҡ тәрбиәләгән, төрлө яҡлап үҫтергән әһәмиәтле урын да.
Изге рамаҙан айында мосолмандар мәсет биләмәһен төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. Файҙаланылмаған ерҙәр йәшелләндерелде. Ир-егет гөлдәр ултыртыу өсөн клумбалар әҙерләне, ҡатын-ҡыҙ күмәкләп, дизайнер проектына ярашлы сәскәләр урынлаштырҙы. Бер аҙға ҡәһәрле вирус хәүефенән арынып, аяҙ көндә сағыу, гүйә нур бөрккән гөлдәр эргәһендә гүзәллеккә, сафлыҡҡа ләззәтләнеп, һоҡланып, шул уҡ ваҡытта битлек режимын да күҙәтеп, тирә-яҡты йәмгә күмдек.
Беҙ имен донъяла йәшәһен, күк йөҙө тыныс булһын өсөн атай-олатайҙарыбыҙ ғүмерен аямаған, ниндәй генә михнәттәр кисермәгән, шуның өсөн улар рухына һәр саҡ доғала булыу - мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Мәсетебеҙҙе йәмләүҙә изге ғәмәлдәр өсөн саҙаҡа биргән мосолмандарға рәхмәтлебеҙ.
Йыйыштырыусы Зәкиә Ғөбәйҙуллина биләмәне һәр саҡ тәртиптә тота, клумбаларҙы утай, сәскәләргә һыу һибеп тора.
Читайте нас: