Йәй - тынғыһыҙ, мәшәҡәтле осор. Бигерәк тә ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Бесән әҙерләү, баҡса ҡарау, ҡош-ҡорт үҫтереү, емеш-еләкте эш итеү... Һанай китһәң, көндәлек эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Мәшәҡәте күп булһа ла, өйө киң, табыны мул осор инде ул йәмле йәй. Уны дөрөҫ файҙалана белгәндәр эшен дә ваҡытында бөтөрә, рәхәтләнеп ял да итә белә. Кем ниндәй эш менән мәшғүл икәнен белер өсөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
- Бесән әҙерләнек. Баҡсала емеш-еләк уңды, уларҙан ҡайнатмалар яһаным, ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуйҙым. Йәшелсәләр ҙә мул ғына булмаҡсы. Ҡыяр өлгөрҙө, помидорҙар ҙа оҙаҡламай ҡыҙара башлар. Бройлер себештәр алдыҡ, шуларҙы ҡарайбыҙ. Көндәр ҡыҙыу торғас, кис һайын баҡсаға һыу һибәбеҙ. Ауылдың мәшәҡәте күп, әммә һис зарланмайбыҙ, эше булһа, ашы ла булыр.
- Себергә эшкә китергә йыйынам, шуға тиклем эштәрҙе бөтөргә тырышып йөрөйөм. Ауыл ерендә малға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ, утын әҙерләү беренсе сиратта инде. Мунсаны яңырттым, уның эске эштәрен ослап ҡуйырға кәрәк.
- Йәйге ялымда күп итеп еләк йыйҙым. Ауылға ҡайтып картуф күмергә ярҙамлашып килдем. Миндек бәйләргә ваҡыт етте, әле шуның менән мәшғүлбеҙ. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә, матур ерҙәр күрергә лә өлгөрҙөк.
- Йәй көндәлек мәшәҡәттәр менән үтә. Малға бесән әҙерләүҙе тамамлап киләбеҙ. Көн дә тиерлек бал ҡорттары айыра, уларҙың үҙенә айырым иғтибар кәрәк. Оло йәштәге атай-әсәйҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ, уларға аҙна һайын барып торабыҙ.