ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бал ҡортоноң ҡөҙрәте

Бал ҡорттарының йәшәйеше аңлы, бик юғары кимәлдә ойошторолған

Эш иртә яҙҙа умартаны ҡышлаған урынынан сығарып, эсен, рамдарын йыуып әҙерләүҙән башлана. Көндәр ҡояшлы булғанда май аҙағында ҡорт айыра ла башлай. Күс 2-3 килограмм тартһа, айырым ғаилә итеп ябыла.
Умартасылыҡ менән 8 йыл шөғөлләнәм. 19 умарта тотам. Мәшәҡәтле шөғөл булһа ла, бик ҡыҙыҡ был йән эйәләрен күҙәтеүе. Нәҙекәйбилкәйҙәрҙең һәр береһе үҙ бурысын үтәй. Ҡайһыһы инә ҡортто ашата, төҙөүселәре кәрәҙ ҡоя, ҡайһы берҙәре бала ҡортто туҡландыра, бәғзеләре аҙыҡ ташый, ингән урынды һаҡлаусылары бар. Иң таҙа йән эйәһе булараҡ бала ҡорттар өсөн умартаны бик таҙа тота, аҙыҡ сифатын күҙәтә эшсе ҡорттар.
Бал ташыған ҡорттоң шул тиклем дә егәрлелеге хайран ҡалдыра. Ул бер осҡанда 50-нән 100-гә тиклем сәскәнән һут йыя. Нектар ташыған бөжәк бик тырыш, һөҙөмтәлә өс аҙнанан алып алты аҙнаға тиклем генә йәшәй.
Һүрәттә: Илназ Ғәйнетдинов.
Читайте нас: